17.08.2020
873
Был матди ярҙам льготаға эйә граждандарға бирелә. Ул торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәргә тотонолған сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплауға йүнәлтелгән.
Торлаҡ кодексына ярашлы, был социаль түләү торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыс булмағанда йәки бурысты ҡаплау буйынса килешеү төҙөлгән осраҡта ғына биреләсәк.
Льготаға эйә граждандарға коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе ҡапларға йәки иҫәпләүсе ойошмалар менән бурысты ҡаплау (рассрочка) тураһында килешеү төҙөргә кәрәк. Ресурс биреүсе ойошмалар менән бәйләнеш өсөн мәғлүмәт квитанцияларҙа күрһәтелгән.
Шуныһы мөһим: граждандарға бурыстары булған һәр ойошма менән айырым килешеү төҙөү кәрәк.
Шундай килешеү (йәки бер нисә килешеү) төҙөлгәндән һуң, уны Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең Өфө ҡалаһы буйынса филиалының йәшәү урыны буйынса бүлексәһенә (Өфө ҡалаһы райондары буйынса) йәки теләһә ҡайһы Күп функциялы үҙәккә тапшырырға кәрәк. (Орджоникидзе районында ул Тыныслыҡ урамы, 6-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан).