Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы «Урал» клубының етәкселеге һәм командаһы менән осрашты

13 августа «Динамо» спорт-һауыҡтырыу комплексында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин «Урал» клубының тренерҙар штабы һәм командаһы менән осрашты.

13 августа «Динамо» спорт-һауыҡтырыу комплексында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин «Урал» клубының тренерҙар штабы һәм командаһы менән осрашты.

«Урал»дың Суперлигала 25 йыл сығыш яһауға бағышланған сарала шулай уҡ Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһының генераль секретары Александр Яременко, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.

Ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Өлфәт Мостафин яңы миҙгел башланыуы менән ҡотланы.

- Бөгөн команданың яңы уйынсылары менән таныштыҡ. Улар төрлө ҡалаларҙан булыуы ҡыуандыра. Тренер штабы ла алмашынды - яңы профессиональ белгес Игорь Шулепов килде. «Урал» был юбилейлы миҙгелендә уңышлы сығыш яһар тип ышанам, - тип билдәләп үтте Өлфәт Мостафин.

Сәләмләү һүҙе менән шулай уҡ Александр Яременко һәм Ирек Сәғитов сығыш яһанылар.

Осрашыу сиктәрендә «Тархан» һәм «Урал бөркөттәре» командалары араһында уйын үтте.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA