Төҙөүселәр көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы

Төҙөүселәр көнө менән!

Хөрмәтле төҙөлөш комплексы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе ихлас күңелдән Төҙөүселәр көнө менән ҡотлайым!

Йылдар дауамында төҙөүсе абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе һанала. Проектировщиктар, архитекторҙар һәм ябай эшселәрҙең дөйөм хеҙмәте ярҙамында баш ҡалабыҙ үҙгәреш кисерә, йәшәү шарттары яҡшыра.

Бөгөн төҙөүселәр заманса технологиялар ҡулланып, күләмле һәм ҡатмарлы проекттарҙы бойомға ашырып ҡына ҡалмай, Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ ташын һалыусыларҙың изге эшен дауам итә.

Өфөлә йыл һайын яңы йорттар, балалар баҡсалары, мәктәптәр, сауҙа һәм сәнәғәт объекттары, мәҙәниәт һәм спорт учреждениелары төҙөлә. Уларһыҙ хәҙерге заман ҡалаһының инфраструктураһын күҙ алдына килтереп булмай. Бынан тыш, төҙөлөш ойошмалары социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша.

Хөрмәтле коллегалар, һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар теләйем. Ҡала һәм республика үҫешенә тос өлөш индергән өсөн рәхмәтемде белдерәм!

Байрам менән!
 
Башҡортостан Республикаһының
Өфө ҡалаһы ҡала округы
Хакимиәте башлығы                                                                         Ө.М. Мостафин

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA
スーパーコピー Posgrado de Psicología | UNAM ブランド時計コピー Hpss - Universidad de Murcia ブランド時計コピー 株式会社アローン ブランド時計コピー スーパーコピー ロレックス時計コピー ブランド時計コピー ウブロ時計コピー スーパーコピー スーパーコピー シャネルコピー