Черниковка – мәҙәниәт үҙәге

Серго Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙансыҡта аҙна һайын ижтимағи-мәҙәни саралар циклы уҙғарыла.
Серго Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙансыҡта аҙна һайын ижтимағи-мәҙәни саралар циклы уҙғарыла. Был программаларҙы Орджоникидзе районының Мәҙәниәт һәм халыҡ ижады үҙәге, Нефтехимиктар ял һәм мәҙәниәте паркы, Ҡала мәҙәни-ял үҙәге үткәрә. Йыр һәм бейеү ансамблдәре ҡуйған концерттар, вокаль һәм бейеү мастер-класстары, балалар өсөн төрлө уйындар көтә һеҙҙе «Черниковка – мәҙәниәт үҙәге» циклында. Осрашыуҙар аҙнаһына өс тапҡыр – шишәмбе, шаршамбы һәм кесе йома көндәрендә үтә, 19.00 сәғәттә башлана. Һауа торошона ҡарап, эш режимы үҙгәреүе мөмкин. Сараларҙа ҡатнашыу бушлай, һәр кем килеп күңел асып, ял итә ала. Оҡшаған коллективта шөғөлләнеү өсөн заявка бирергә лә була. Ҡатнашыу өсөн үҙегеҙ менән шәхси һаҡланыу сараларын алыу һәм кешеләр менән ара тотоу мотлаҡ.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA