05.08.2020
1388
Быйыл «Орджоникидзе районын төҙөкләндереү буйынса хеҙмәт» эшселәре Интеранциональ, Комаров, Ульяновтар, Ҡулса, Тыныслыҡ урамдарында һәм Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял паркында 20-нән ашыу сәскәлек ултыртылған. Сәскә түтәлдәре районыбыҙҙың биҙәге булып тора.
Райондың «Төҙөкләндереү буйынса хеҙмәте» йәшел төҙөлөш эшсеһе Наталья Баязова һүҙҙәре буйынса, петуниялар көҙгә тиклем балҡып ултырасаҡтар. Көндәр эҫе булғанда, сәскәләргә көн һайын һыу һибелә, сүп-сар утала.
Интернациональ урамындағы һәм «Нефтсе» стадионы эргәһендәге сәскәлектәр быйыл беренсегә яһалған. Уларҙың һәр береһенең ҡабатланмаҫлыҡ биҙәге бар. «Нефтсе» стадионы алдындағыһы футбол тубына оҡшатып ултыртылған, ул шунда торған арт-объект менән берҙәм композиция төҙөй. Ульяновтар һәм Интернациональ урамы сатында петунияларҙан «шишмә» ағып ята, ә Комаров урамындағы түтәлде «Үрмәксе» тип атайҙар.