Ҡорбан байрамы менән!

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

 

Ҡорбан байрамы менән!

Хөрмәтле мосолмандар, өфөлөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары!

Һеҙҙе ихлас күңелдән изге Ҡорбан байрамы менән ҡотлайым! Мосолман календарында иң әһәмиәтле һәм хөрмәтле көндәрҙең береһе булараҡ, ул иманлыларҙың ғәҙеллек, шәфҡәтлелек, түҙемлек һәм яуаплылыҡ кеүек ҡиммәттәр менән һуғарылған рух һәм ихтыяр көсө символы булып тора.

Быуаттар дауамында Өфө мосолмандары башҡа традицион конфессия вәкилдәре менән изге мөнәсәбәттә йәшәй, ҡалабыҙҙың мәҙәни һәм рухи төрлөлөгөн һаҡлауҙа үҙ өлөшөн индерә.

Быйыл Ҡорбан байрамы уңайынан әҙерләнгән барлыҡ саралар санитар нормаларҙы иҫәпкә алып үткәреләсәк. Муниципалитет дин тотоусыларҙы мәсеттәргә йөрөгәндә профилактик сараларҙы үтәргә, айырым алғанда, битлек режимын һәм социаль дистанцияны тоторға саҡыра.

Ҡорбан байрамы һәр ғаиләгә тыныслыҡ һәм бәрәкәт килтерһен! Байрам мөбәрәк булһын!

 

Башҡортостан Республикаһы
Өфө ҡалаһы ҡала округы
Хакимиәте башлығы                     Ө.М. Мостафин

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA