Башҡортостандың баш ҡалаһында битлек режимын һаҡлау буйынса рейдтар дауам итә

Өфөлә хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары, йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге вәкилдәре һәм дружинниктар ҡатнашлығында коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы менән бәйле рәүештә йәмәғәт урындарында битлек режимын һаҡлау буйынса рейдтар дауам ите.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы буйынса төбәктә «Юғары әҙерлек» режимы һаҡлана. Йәмәғәт урындарында, шул иҫәптән транспортта, сауҙа объекттарында, дарыуханаларҙа, ойошмаларҙа һәм башҡа ябыҡ урындарҙа мотлаҡ рәүештә битлек кейергә кәрәк.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә ҡайһы бер кешеләр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәй. Рейдтар барышында патруллек итеүселәр ҡала халҡына битлек кейергә һәм социаль дистанцияны үтәргә кәрәклеге тураһында иҫкә төшөрә.

Шулай уҡ 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник ауырыуҙар булған граждандар айырыуса иғтибарлы һәм һаҡ булырға тейеш.

Билдәләп үтәбеҙ, «Юғары әҙерлек» режимының билдәләнгән ҡағиҙәләрен белә тороп боҙған заттарға киҫәтеүҙән алып штраф һалыуға тиклем санкциялар ҡаралған.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA