Өлфәт Мостафин Рәсәй ҡалаларының идара итеү командаларын уҡытыуҙа ҡатнаша

21 июлдә Мәскәүҙә ВЭБ. РФ һәм СКОЛКОВО бизнес-мәктәбе Рәсәйҙең иң ҙур 100 ҡалаһына идара итеү өсөн кадрҙар әҙерләү программаһын башлап ебәрҙеләр. Барлығы 500 ҡала идара эшсеһе белем аласаҡ. Программаның беренсе ағымына Рәсәйҙең 30 ҡалаһынан командалар кергән. Башҡортостан Республикаһы делегацияһын Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин етәкләй.

Белем биреү проектының төп маҡсаты – ҡала идара хеҙмәткәрҙәре командаларына ҡала менеджменты өлкәһендә алдынғы тәжрибәләрҙе һәм белемдәрҙе тапшырыу. Программаның һөҙөмтәһе булып ҡала иҡтисадын һәм уңайлы мөхитте үҫтереү проекттары эшләнәсәк, улар практикала алған күнекмәләрҙе ҡулланырға һәм ҡаланы яңы үҫеш дәрәжәһенә сығарырға мөмкинлек бирәсәк.

Команда составына һәр ҡаланан мэр (команда лидеры), уның төп йүнәлештәр буйынса урынбаҫарҙары, региональ хакимиәт вәкилдәре, ҡала төҙөлөшө һәм архитектура сәйәсәте мәсьәләләрен алып барыусы вазифа заттар индерелгән.

Программа 5 тематик блокка берләштерелгән 14 модулдән тора. Уҡыу барышында ҡатнашыусылар  ВЭБ. РФ-тың төп эксперттарынан һәм ҡала иҡтисады проекттары үҫеш буйынса институттары эксперттарынан консультациялар аласаҡ.

Программаны тормошҡа ашырыу юғары класлы белгестәр командаларын булдырып ҡына ҡалмай, ә Рәсәйҙең ҙур ҡалалары етәкселәренең үҙ-ара хеҙмәттәшлеген дә тәьмин итергә, муниципаль-ара элемтәләрҙе һәм партнерлыҡты нығытырға ярҙам итәсәк.

Рәсәй ҡалалары менән идара итеү өсөн кадрҙарҙы әҙерләү программаһы донъяның халыҡ-ара стандарты МPA (Master of Public Administration) нигеҙендә эшләнгән һәм халыҡ-ара дәрәжәләге уникаль белем биреү проекты булып тора. Ул ВЭБ.РФ инициативаһы буйынса СКОЛКОВО Мәскәү идара итеү мәктәбе эксперттары менән берлектә медиа, архитектура һәм дизайн институты, «Стрелка», НИУ «Высшая школа экономики» һәм Рәсәй иҡтисад мәктәбе менән берлектә ойошторолған.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA