Өфөлә профилактик эштәр дауам итә

Баш ҡалала йыһазландырылмаған һыу урындары янында ял итеүсе халыҡ менән профилактик эштәр алып барыла.

Өфөлә профилактик эштәр дауам итә

Баш ҡалала йыһазландырылмаған һыу урындары янында ял итеүсе халыҡ менән профилактик эштәр алып барыла.

Ҡайғы-хәсрәт осраҡтарын әҙәйтеү, шулай уҡ ҡала халҡына һәм  ҡунаҡтарына ҡырағай пляждарҙы һайлауға юл ҡуймау маҡсатынан, көн һайын Өфө ҡалаһы Граждандар һаҡлау идараһының эҙләү-ҡотҡарыу отрядтарые хеҙмәткәрҙәре баш ҡаланың Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғаларында  патруллек итәләр.

Ҡотҡарыусылар көнөнә өс тапҡыр билдәләнгән маршруттарҙы йөрөп, әлеге йылғаларҙа йыһазландырылмаған пляждарҙа граждандар менән аңлатыу эштәре алып баралар. Ҡырағай пляждарҙа ял итеүселәргә үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен еткереүҙән тыш, хеҙмәткәрҙәр бәхетһеҙлек осраҡтарын бер нисә тапҡыр киҫәтте, күптәрҙе, айырым алғанда, эскән йөҙөүселәрҙе, ашығыс ярҙам күрһәтеү маҡсаты менән, ярға тиклем оҙата барҙы.

Бындай профилактик саралар һыу инеү сезоны тамамланғансы үткәреләсәк.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA