21 июлдә муниципалитетта Ҡорбан байрамын ойоштороу һәм үткәреү мәсьәләләре буйынса Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығының урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов етәкселеге аҫтында ултырыш үтте.
Уның барышында ҡорбан салыу майҙансыҡтары билдәләнде – улар Зинино ауылы эргәһендәге «Ҡарауан » сауҙа үҙәге янындағы майҙансыҡта һәм Төньяҡ автовокзал биләмәһе.
Рөстәм Ғәзизов билдәләп үтеүенсә, байрам көнөндә мәсеттәрҙә диндарҙарға ғибәҙәт ҡылыу рөхсәт ителәсәк.
- Саралар ҡәтғи рәүештә Роспотребнадзор ҡушҡан барлыҡ талаптар буйынса үтергә тейеш. Битлек кейеү, ара һаҡлау, күпләп йыйылыуҙан тыйылыу кеүек тәҡдимдәрҙе һәм күрһәтмәләре үтәү мотлаҡ, - тине ул.
Быйылғы эпидемиологик хәл-торошто иҫәпкә алып, мәсет биләмәһенә инеү урындарында ирекмәндәр битлектәр һәм бирсәткәләр таратасаҡ. Мәсеттәрҙә ҡулдарҙы дезинфекциялау өсөн антисептиктар менән ҡулланыу ойоштороласаҡ.