Өфө-Нуғай автомобиль юлында ремонт эштәре дауам итә

Өфөлә ағымдағы йылда юл-төҙөлөш сезонының иң масштаблы участкаларының береһе – Өфө-Нуғай автомобиль юлын ремонтлау дауам итә. Бородин урамынан М-5 юлына тиклем участкала ремонт объектының оҙонлоғо 11 километр тәшкил итә.

Әлеге мәлдә эшселәр ҡалаға инеү юлын ремонтлағандар һәм ҡаланан сығыу юлын эшләй башлағандар. Бынан тыш, юл ҡырҙарын нығытыу эштәре дауам итә.

Был объект күсмә һәм «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» тигән националь проект сиктәрендә ремонтлана торған исемлеккә ингән. Төҙөлгән муниципаль контрактҡа ярашлы подряд ойошма юл эштәрен 2021 йылдың 31 авгусына  тиклем тамамларға планлаштыра.

Юлдарҙы ремонтлау ваҡытының әле иң ҡыҙған мәле. Өфөлә быйыл «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» проекты буйынса 22 юл участкаһы нормотив хәлгә килтереләсәк.  Бынан тыш, территориаль заказ буйынса юддарҙы төҙөкләндереү эштәре бара.

Әлбиттә юл-төҙөлөш эштәре кешеләргә уңайһыҙлыҡтар килтерә, автотранспорт хәрәкәтендә кыйынлыҡтар булыуы мөмкин.

Шуның өсөн өфөлөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын юлдарҙы төҙөкләндереү менән бәйле ваҡытлы уңайһыҙлыҡтарға аңлы ҡарауҙарын һорайбыҙ һәм үҙ маршруттарығыҙҙы алдан планлаштырырға йәки альтернатив юлдар менән файҙаланырға кәңәш итәбеҙ.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA