Республика баш ҡалаһында санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәү буйынса рейдтар уҙҙы

Өфөлә санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәү, шулай уҡ рөхсәтһеҙ сауҙаны туҡтатыу буйынса  көндөҙгө һәм киске профилактик рейдтар дауам итә. Шулай итеп, бөгөн, 9 июлә, сираттағы рейд үтте.

Өфөлә санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәү, шулай уҡ рөхсәтһеҙ сауҙаны туҡтатыу буйынса  көндөҙгө һәм киске профилактик рейдтар дауам итә. Шулай итеп, бөгөн, 9 июлә, сираттағы рейд үтте. Унды ҡала Хакимиәте, полиция, Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге вәкилдәре ҡатнашты.

Сара барышында ҡатнашыусылар Зәки Вәлиди, Мәжит Ғафури урамдарында һәм Ағиҙел йылғаһы яр буйында урынлашҡан сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы объекттарын ҡаранылар. Рейд барышында хоҡуҡ боҙоусыларға ҡарата административ протоколдар төҙөлдө.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йәмәғәт урындарында, шул иҫәптән сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларында ла, өфөлөләр битлек һәм перчаткаларҙа булырға тейеш. Үҙегеҙҙең именлегегеҙ һәм һаулығығыҙ өсөн яуаплылыҡ, аң күрһәтергә, шулай уҡ барлыҡ һаҡлыҡ сараларын үтәргә саҡырабыҙ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA