Өлфәт Мостафин: «Беҙ киләсәк өсөн тауыш бирәбеҙ. Һәр кем үҙ һайлауын эшләргә хоҡуҡлы»

27 июндә Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнашты. Ул Ленин районында урынлашҡан 172-се һайлау участкаһында тауыш бирҙе.

27 июндә Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнашты. Ул Ленин районында урынлашҡан 172-се һайлау участкаһында тауыш бирҙе.

Өлфәт Мостафин тауыш биреүҙә ҡала халҡының ҡатнашыуының мөһимлеген билдәләп үтте.

- Мин, Рәсәй Федерацияһы гражданины булараҡ, һайлау участкаһына беҙҙең киләсәгебеҙ өсөн тауыш бирергә килдем. Быны барыбыҙҙа эшләй алабыҙ. Ҡаланың барлыҡ участкаларында ла тауыш биреү процессы яҡшы ойошторолған. Бөтә хәүефһеҙлек саралары ла үтәгән. Әлеге мәлдә, 25 июндән башлап, 235 меңдән артыҡ ҡала халҡы тауыш биргән. Билдәләп үтәм, өфөлөләр бындай ҙур масштаблы сәйәси сараларҙа һәр саҡ актив ҡатнашалар, - тип әйтте Өфө Хакимиәте башлығы.

Шулай уҡ ул баш ҡала халҡын Өфөгә «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» тигән маҡтаулы исем биреү өсөн үҙ имзаларын ҡуйырға сыҡарҙы. Бөгөнгө көндә 80 000 тирәһе кеше ошо исем биреү өсөн тауыш биргән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 25 июндән алып 1 июлгә тиклем барлыҡ уучасткаларҙа ла бланктар тупланған, унда һәр кем «үҙ тауышын» бирә ала.

Барлыҡ участкаларҙа ла һайлаусыларға «Рәхмәт» акцияһының махсус ҡағыҙ беләҙектәре тапшырыла. Ошо беләҙектәр сауҙа, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү өлкәләрендә, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм спорт ойошмаларында ташламалар алырға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, 1 июлдә беләҙектәргә эйә булыусылар «Башавтотранс» ҡала йәмәғәт транспорты һәм электр транспорты хеҙмәттәре менән бушлай файҙаланыу мөмкинлеге биреләсәк. Акция 1 июлгә тиклем дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән акция сайтында танышырға мөмкин: http://ufarahmat.com/

Дөйөм Рәсәй тауыш биреү 25 июндән 1 июлгә тиклем бара. Һайлау участкаларының эш ваҡыты 08.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA