Иҫке Турбаҫлы ҡасабаһында яңы фельдшер-акушер пункты асылды

25 июндә Орджоникидзе районының Иҫке Турбаҫлы ҡасабаһында яңы фельдшер-акушер пункты асылыуы тантанаһы үтте.

25 июндә Орджоникидзе районының Иҫке Турбаҫлы ҡасабаһында яңы фельдшер-акушер пункты асылыуы тантанаһы үтте.

Сарала Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың тормош иптәше Каринэ Хәбирова, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусыһы Эльвира Вышенская һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.

Учреждениены төҙөү һәм йыһазландырыу өсөн ҡорамалдарға аҡсаны Башҡортостан Республикаһы һәм «Роснефть» компанияһы араһындағы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә  «Башнефть» компанияһы бүлде.

Медицина учреждениеһы 18-се ҡала клиник дауаханаһына беркетелгән һәм ҡасабала йәшәүсе 2 000 ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк.

Бында фельдшер эше өсөн бөтә уңай шарттар ҙа тыуҙырылған. Ҡасаба халҡына беренсел медицина-санитар ярҙамы, шул иҫәптән ашығыс һәм акушерство-гинекология өлкәһендәге ярҙам күрһәтеләсәк. Бынан тыш, график буйынса тар белгестәр ҙә ҡабул итәсәк.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA