Өфөлә «Хәтер шәме» акцияһы үтте

22 июндә Өфөнөң Сергиев зыяратында Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 79 йыл тулыуға арналған  «Хәтер шәме» акцияһы үтте. Нәҡ был зыяратта һуғыш йылдарында Өфө госпиталендә яраларҙан вафат булған күп һанлы совет һалдаттары ерләнгән.

Акция тыуған илдә тыныслыҡ тантана итһен өсөн үҙ ғүмерен аямаған, концентрацион лагерҙарында, яу ҡырында һәләк булғандар һалдаттар иҫтәлегенә үткәрелә.

 Сергиев зыяратындағы № 2 һанлы туғандаш ҡәберлегендә 1 700 һалдат һәм офицер исемдәре беркетелгән мемориаль плиталар урынлаштырылды. Мәғлүмәттәр эҙәрмән отрядтары, ирекмәндәр һәм өфөлөләр тарафынан тупланылды.

Сарала ҡатнашыусылар һуғыш ҡорбандары иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ ойошторғандан һуң, «хәтер шәмдәрен» яҡтылар.

Артабан «Исемләп иҫкә алабыҙ» акцияһы сиктәрендә хәбәрһеҙ юғалған 2 251 яҡташыбыҙҙың исемдәре яңғыраны. Уларҙың исемдәре «Хәтер китабы»на инәсәк.

Сараның ойоштороусылары Өфө ҡалаһы Хакимиәтенең Йәштәр эштәре буйынса комитеты, Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү үҙәге, «Урал» һәм «Обелиск» эҙәрмән отрядтары.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA