Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Хөрмәтле медицина хеҙмәткәрҙәре!

Хөрмәтле табибтар һәм шәфҡәт туташтары!

Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!

Кешеләр сәләмәтлеге һағында тороу, кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыуға гел әҙер булыу - тоғролоҡто һәм тырышлыҡты талап иткән хеҙмәт. Һеҙ  һәр кем алдында оло яуаплылыҡ тотоп, кешегә йәшәү көсө, ышаныс табырға ярҙам итәһегеҙ. 

Беҙҙең ҡала һәм республика медицина хеҙмәткәрҙәре һөнәри бурыстарын намыҫ менән башҡарыу менән бергә, коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш алып бара һәм йөҙләгән кешене ғүмерен ҡотҡара. Байрам көнөнә ҡарамаҫтан, һеҙ бөгөн дә эш урындарында. Был табибтар, фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары һәм бөтә медицина хеҙмәткәрҙәре хеҙмәтенең мөһимлеген һәм әһәмиәтен раҫлай. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм ихтирам итәбеҙ!

Өфө Хакимиәте исеменән һеҙгә фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн оло рәхмәтемде белдерем. Һеҙ – беҙҙең заман геройҙары.

Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет теләйем!
Байрам менән! 

Башҡортостан Республикаһы
Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы                      Ө.М. Мостафин


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA