Республикала «Йыл Һалым түләүсеһе» конкурсы ойошторола

«Йыл һалым түләүсеһе» - Башҡортостан Башлығы указы менән булдырылған престижлы республика конкурсы. Ул һалым дисциплинаһы юғары кимәлдә булыуы һәм бизнесты асыҡ алып барыуы менән айырылған уңышлы ойошмаларҙы асыҡларға һәм уларҙы хуплау маҡсатында уҙғарыла.
Республикала «Йыл Һалым түләүсеһе» конкурсы ойошторола
«Йыл һалым түләүсеһе» - Башҡортостан Башлығы указы менән булдырылған престижлы республика конкурсы. Ул һалым дисциплинаһы юғары кимәлдә булыуы һәм бизнесты асыҡ алып барыуы менән айырылған уңышлы ойошмаларҙы асыҡларға һәм уларҙы хуплау маҡсатында уҙғарыла. Быйылғы бәйге 2019 йыл өсөн эш һөҙөмтәләре буйынса үтә. 2020 йылдан конкурста шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша ала, шуныһы шарт – улар уҙған йыл һөҙөмтәләре 500 мең һумдан кәм булмаған суммала һалым һәм башҡа түләмдәр менән республика ҡаҙнаһын тәьмин иткән. Конкурс һалым түләүсе эшмәкәрлегенең төп төрө буйынса 5 номинация буйынса уҙғарыла: *файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу; *эшкәртеүсе производстволар; *электр энергияһы, газ һәм пар менән тәьмин итеү; *сауҙа; *эшмәкәрлектең башҡа төрҙәре буйынса. Конкурста ҡатнашыу өсөн дәғүәселәргә 2020 йылдың 1 июленән 31-нә тиклем Башҡортостан Республикаһы Мәғлүмәт-аналитик үҙәгенә бәйгелә ҡатнашыуға заявка тапшырырға кәрәк, уның адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 13-сө йорт, 4-се ҡат, 400а бүлмә (ҡағыҙ вариантта), электрон адресҡа: iac@bashkortostan.ru (электрон рәүештә). Белешмәләр өсөн телефон: 218-15-55. 2020 йылдың 1 октябренә тиклем конкурсҡа йомғаҡ яһала. Бәйгенең положениеһы менән Башҡортостан Республикаһының Финанс министрлығының рәсми сайтында танышырға мөмкин: https://minfin.bashkortostan.ru/documents/active/240470/.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA