Өфөлә дәүләт флагын күтәреү тантанаһы үтте

12 июндә Муса Гәрәев исемендәге Өфө башланғыс осоу әҙерлеге биреүсе дөйөм белем биреү мәктәп-интернатында дәүләт флагын күтәреү тантанаһы үтте.

12 июндә Муса Гәрәев исемендәге Өфө башланғыс осоу әҙерлеге биреүсе дөйөм белем биреү мәктәп-интернатында дәүләт флагын күтәреү тантанаһы үтте.

Сарала Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Олимпия уйындары чемпионы Семен Елистратов һәм башҡалар ҡатнашты.

Рәсәй федерацияһы дәүләт флагын күтәреү хоҡуғы Семен Елистратовҡа бирелде.

- Еңел булмаған осорҙа йәшәйбеҙ, шуға күрә байрам көнөндә барлыҡ ғаиләләргә һаулыҡ, мөхәббәт теләйем, - тине ул.

Билдәләп үтәбеҙ, сара санитар талаптарға ярашлы сикләнгән кешеләр һаны менән үтте.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA