Рәсәй һәм баш ҡала көнө менән!

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы

Рәсәй һәм баш ҡала көнө менән!

 Хөрмәтле өфөлөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары!

Өфө Хакимиәте һәм үҙемдең исемдән барығыҙҙы тантаналы көн менән ҡотлайым.

12 июндә илдә Рәсәй көнө билдәләнә. Быйыл Рәсәй Федерацияһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүенә 30 йыл тулды.

Был көн бөгөнгө һәм киләсәк тормошобоҙ өсөн дөйөм яуаплылыҡ, социаль тотороҡлолоҡ, ҡаланың һәм ауылдың иҡтисади именлеге тураһында иҫкәртә.

Үткән йылдар һәм хәҙерге еңел булмаған осор илебеҙҙә йәшәгән барлыҡ халыҡ вәкилдәре менән ризалыҡта булып, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеген күрһәтә. Тик кешеләрҙең берҙәмлеге һәм тырышлығы нигеҙендә республикабыҙ, баш ҡалабыҙ, илебеҙ сәскә ата.

Яңы коронавирус сире таралыуы ҡурҡынысына бәйле сәбәптәр менән быйыл баш ҡаланың тыуған көнөн байрам итеү саралары көҙгә - Республика көнөнә, күсерелә.

Баш ҡала халҡын әүҙем гражданлыҡ ҡараш һәм Өфөнөң, республикабыҙҙың, Рәсәйҙең сәскә атыуына төбәлгән дөйөм яуаплы эшмәкәрлек өсөн рәхмәтемде белдерәм.

Барығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек һәм уңыштар теләйем.
Байрам менән!


Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы                      Ө.М. Мостафин


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA