Өфө «Рәсәй флагтары. 12 июнь» акцияһына ҡушылды

Рәсәй көнө сиктәрендә илдең барлыҡ төбәктәрендә кешеләрҙең берҙәмлеген күрһәтеү маҡсаты менән «Рәсәй Флагы. 12 июнь» акцияһы үтә.

Рәсәй көнө сиктәрендә илдең барлыҡ төбәктәрендә кешеләрҙең берҙәмлеген күрһәтеү маҡсаты менән «Рәсәй Флагы. 12 июнь» акцияһы үтә.

Сарала ҡатнашыу өсөн йорттоң фасадында, тәҙрә йәки балконда дәүләт флагын урынлаштырып, социаль селтәрҙә #ФЛАГИРОССИИ #МЫРОССИЯ, #ДЕНЬРОССИИ2020, #ЯЛЮБЛЮРОССИЮ, #МОЯРОССИЯ хештегтарын ҡулланып, фотоһүрәтте беркетергә кәрәк.

Өфөлә акцияға Октябрь проспекты, Дағыстан, Зәки Вәлиди, Левитан, Ленин, Яңы күпер, Октябрь Революцияһы, Орджоникидзе, Беренсе Май, Революция, Сельскобогородская, Цюрупы, Чернышевский урамдарында йәшәүселәр ҡушылды. Шулай уҡ илдең символикаһын баш ҡаланың административ биналарында күреп була. Баш ҡалала бөтәһе 3 800 ашыу Рәсәй флагы урынлаштырылған.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA