Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән!

Хөрмәтле Өфө халҡы!

Ҡәҙерле ата-әсәйҙәр һәм балалар!

Ысын күңелдән һеҙҙе Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ҡотлайым!

Был байрам балалар өсөн тип һанала, әммә өлкәндәр өсөн ул һәр баланың яҙмышы, уның сәләмәтлеге һәм киләсәктә именлеге өсөн яуаплылыҡ тураһында иҫкәртә. Бөгөнгө ҡатмарлы замандарҙа был бигерәк тә оло әһәмиәткә эйә.

Беҙҙең йәш өфөлөләр республика һәм Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, ярыштарҙа баш ҡаланы лайыҡлы күрһәтәләр, юғары һөҙөмтәләргә һәм бүләктәргә өлгәшәләр. Беҙҙең бурысыбыҙ булып артабан да был ынтылышты дауам итеү, таланттарҙы үҫтереү, балаларҙың энергияһын кәрәкле, дөрөҫ яҡҡа йүнәлтеү.

Атә-әсәләргә, педагогтарға һәм йәш быуынды тәрбиәләүгә үҙ көсөн һалған һәр кемгә ысын күңелдән рәхмәтемде белдерәм. Тәрбиәгә алған һәм һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балаларға ысын ғаилә йылыһын бүләк иткән кешеләр айырым рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ.

Беҙҙең йәш ҡала халҡына ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, ышаныслы, тоғро дуҫтар, яңы асыштар һәм ҡаҙаныштар теләйем!

Байрам менән!

 

Башҡортостан Республикаһының

Өфө ҡалаһы ҡала округы

Хакимиәте башлығы                                                                                                  Ө.М. Мостафин

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA