Ураҙа байрамы менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Ураҙа байрамы менән!

Хөрмәтле мосолмандар, Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары!

Ысын күңелдән һеҙҙе күркәм ваҡиға – изге Рамаҙан айының тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы айҡанлы ҡайнар ҡотлайым!

Был яҡты көн ислам диненең быуаттар буйына килгән традицияларын һәм рухи таҙарыныу, мәрхәмәтлелек, яҡшы эштәр башҡарыу кеүек бар милләт һәм дин кешеләре өсөн бер үк ҡәҙерле булған төп йолаларҙы сағылдыра.

Мосолмандар өсөн һәр ваҡыт дингә тигеҙ ҡараш, тыныслыҡҡа ынтылыу, ғәҙеллек һәм яҡындар тураһында хәстәрләү кеүек сифаттар хас булды. Өфөлә күп быуаттар дауамында төрлө милләт һәм дин вәкилдәре бергә йәшәй һәм хеҙмәт итә. Өфөлөләр үҙҙәрен бер ҙур һәм татыу ғаилә итеп хис итә, яҡындарына ярҙамға килергә, ауыр ваҡытта иңде ҡуйырға гел әҙер. Бөгөн коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш ваҡытында был бигерәк тә мөһим.

Вирустың таралыу ҡурҡынысы ҡалыу сәбәпле, мәсеттәрҙә байрам ғибәҙәттәре дин тотоусылар ҡатнашынан башҡа уҙа. Доғаларға дистанцион рәүештә ҡушылырға мөмкин. Был яҡты байрамды беҙ, кәңәш ителгән санитар сараларҙы үтәп, өйҙә үткәрергә тейешбеҙ.

Барығыҙҙы ла Ураҙа байрамы менән ҡотлайым һәм ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм уңышлар теләйем! Һәр бер йортта бәхет, тыныслыҡ һәм мөхәббәт йылыһы булһын!

Байрам менән!

 

 

 

Башҡортостан Республикаһы

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы                      Ө.М. Мостафин

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA