Өфөлә Ураҙа байрамы дистанцион форматта үтәсәк

21 майҙа муниципалитетта видеоконференц бәйләнеш ярҙамында Ураҙа байрамына әҙерлек һәм үткәреү мәсьәләләре буйынса Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығының урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов етәкселеге аҫтында ултырыш үтте.

Уның барышында Рөстәм Ғәзизов коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау маҡсатында быйыл Ураҙа байрамы дистанцион форматта үтәсәге тураһында әйтте. Байрам көнөндә барлыҡ мәсеттәр ябыҡ буласаҡ. Ғәйет намаҙы тура эфирҙа БСТ каналында күрһәтеләсәк.

Иҫкәртәбеҙ, коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау маҡсатында дин әһелдәре мосолмандарға үҙ һаулығын хәүеф аҫтына ҡуймай, өйҙә ҡалыуҙарын һорай. Байрамдың онлайн форматта үтеүенән асылы үҙгәрмәгәнен белгертә улар.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA