Өфөлә Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге ер аҫты үткәүелен төҙөү дауам ителә

Проект Ағиҙел йылғаһының яр буйына хәүефһеҙ сығыу маҡсаты менән тормошҡа ашырыла. 110 метрҙан торасаҡ ер аҫты йәйәүлеләр үткәүеленең буйы 2,33 метр, киңлеге – 5 метр.

Проект Ағиҙел йылғаһының яр буйына хәүефһеҙ сығыу маҡсаты менән тормошҡа ашырыла. 110 метрҙан торасаҡ ер аҫты йәйәүлеләр үткәүеленең буйы 2,33 метр, киңлеге – 5 метр.

Төҙөлөш эштәре былтыр башланды һәм 2020 йылдың 4-се кварталында тамамланасаҡ. Подряд ойошмаһының вәкиле мәғлүмәте буйынса, эштәр ике сменала графикка ярашлы бара.

- Әлеге ваҡытта 6 миксер һәм бетононасос эшләй. Бер сменала 12 яҡын эшсе йәлеп ителә. Ер аҫты үткәүеле 7 блоктан тора. Бөгөн эштәр Дуҫлыҡ монументына сығара торған етенсе блокта бара, - тип хәбәр итте участка етәксеһе Алексей Федотов.

Төҙөлөш эштәре барышында транспорт хәрәкәте үҙгәртелгән. 2020 йылдың 30 августына тиклем Сочи урамының Октябрь революцияһы урамынан алып Менделеев урамына тиклемге юл участкаһында дүрт һыҙаты буйынса хәрәкәт ябыҡ. Өфөлөләрҙе һәм ҡала ҡунаҡтарын юл хәрәкәте сикләү сәбәпле маршрутты алдан билдәләү һорала.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA