Өфөлөләрҙе «Өлгөлө ихата, өлгөлө йорт, өлгөлө подъезд» конкурсында ҡатнашырға саҡырылар

Өфөлә йыл һайын «Өлгөлө ихата, өлгөлө йорт, өлгөлө подъезд» конкурсы үтә.

Өфөлөләрҙе «Өлгөлө ихата, өлгөлө йорт, өлгөлө подъезд» конкурсында ҡатнашырға саҡырылар

Өфөлә йыл һайын «Өлгөлө ихата, өлгөлө йорт, өлгөлө подъезд» конкурсы үтә. Быйыл уның беренсе этабы майҙан алып сентябргә тиклем район сиктәрендә уҙғарыласаҡ. Унда еңеп сығыусылар ҡала этабында сентябрҙән алып декабргә тиклем көс һынаясаҡтар.

Конкурста күп фатирлы йорттоң бина милекселәре; идара итеүсе ойошмаларҙың ҡалала урынлашҡан күп фатирлы йорттар менән идара итеүҙе тормошҡа ашырыусы ойошмалар; торлаҡ милекселәр ширҡәте, торлаҡ кооператив йә күп фатирлы йортта барлыҡҡа килгән башҡа төрлө махсуслашҡан ҡулланыусылар кооперативы ҡатнаша ала.

Конкурстың шарттары буйынса ҡатнашыр өсөн ғаризаларҙы 30 майға тиклем электрон рәүештә идара итеүсе ойошмаға ебәреү һорала.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA