Өфөлә светофорҙарҙы яңыртыу эштәре дауам итә

«Уфагорсвет» муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре светофорҙың сигналдарын ҡабатлаусы диод яҡтыртҡыслы һыҙаттарҙы монтажлау буйынса эштәрҙе дауам итә.

«Уфагорсвет» муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре светофорҙың сигналдарын ҡабатлаусы диод яҡтыртҡыслы һыҙаттарҙы монтажлау буйынса эштәрҙе дауам итә. Бындай конструкциялар юлдарҙа хәүефле осраҡтар һанын кәметеүгә йүнәлтелгән. Сөнки улар юлда хәрәкәт итеүселәргә светофор сигналы тураһында алыҫтан уҡ иҫкәртә.

Диод яҡтыртҡыслы светофорҙар Жуков – Гагарин, Жуков - Сельская Богородская, Өфө шоссеһы – Трамвай - Седов  урамдары сатында урынлаштырылған. Бөгөн монтажлау эштәре Дим шоссеһы - «Майор Зимин» туҡталышында һәм Ноғай шоссеһы - «Жилино» туҡталышында бара.

Дөйөм алғанда Өфөлә 60 ашыу бағаналарҙа 24 яңы светофорҙар барлыҡҡа киләсәк.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA