«Сифатлы һәм хәүефһеҙ автомобиль юлдары» проекты сиктәрендә 8-се март урамын реконструкциялау дауам итә

Өфөлә Һәҙиә Дәүләтшина бульварынан алып Минһажев урамына тиклемге 1,168 километрҙан торған 8-се март урамындағы участкаһында реконструкциялау эштәре дауам итә.

Өфөлә Һәҙиә Дәүләтшина бульварынан алып Минһажев урамына тиклемге 1,168 километрҙан торған 8-се март урамындағы участкаһында реконструкциялау эштәре дауам итә. «Сифатлы һәм хәүефһеҙ автомобиль юлдары» проекты сиктәрендә эштәр былтыр башланды һәм 2021 йылдың аҙағында тамамланасаҡ.

- Әлеге ваҡытта коммуникацияларҙы, ямғыр һыуы коллекторын сығарыу һәм нигеҙҙе әҙерләү эштәре бара. Был участокты быйыл сафҡа индергә планлаштырабыҙ, - тип белдерҙе подряд ойошмаһының баш инженеры Василий Ивлев.

Подряд ойошмаһы вәкиле мәғлүмәте буйынса, был проекта Өфө ҡалаһы өсөн инновацион нигеҙ ҡаралған - нәҙек бетон өҫтөнә 3 ҡатлам асфальтобетон япмаһы түшәләсәк. Бындай ысул япманың ҡулланыу характеристикаһын яҡшырта һәм киләсәктә колеялар барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймаясаҡ, ти белгестәр.

Иҫкәртәбеҙ, был урамда күптән ремонт булғаны юҡ. Ҡала халҡы колеялар һәм соҡорҙарға зарлана ине. Тиҙҙән бында ямғыр һыуҙарын юлдан һәм тирә-яҡтан үҙенә тартҡан коллектор барлыҡҡа киләсәк.

Бынан тыш, реконструкциянан һуң урамда тротуарҙар, тышҡы яҡтыртыу, төҙөкләндерелгән газон, видеокүҙәтеү камералары, яңы туҡталыш павильондары һәм юл хәрәкәте билдәләре урынлаштырыласаҡ.

Төҙөүселәр әйтеүенсә, 8-се март урамы Октябрь проспектына «дублёр» булып хеҙмәт итәсәк. 4 һыҙатлы юл 6 һыҙатлы буласаҡ. Был барыһы ҡала транспортын күберәк үткәреү мөмкинселеген арттырырға ярҙам итә.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA