Бөйөк Еңеү көнө менән!

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы

 

Бөйөк Еңеү көнө менән!

Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре! 
Хөрмәтле өфөлөләр һәм ҡала ҡунаҡтары!

9 майҙа илебеҙҙә һәм тотош донъяла бөйөклөгө һис ҡасан онотолмаясаҡ мөһим көн билдәләнә. 75 йыл элек ҡаһарман һалдаттарыбыҙҙың батырлыҡтары һәм тыл хеҙмәтсәндәренең фиҙакәр тырышлығы ярҙамы менән ҙур юғалтыуҙар кисереп, беҙҙең халыҡ Бөйөк Еңеү яуланы.

Шул ауыр йылдарҙа Өфө лә еңеүгә үҙ өлөшөн индерҙе - ҡалала фронт өсөн яғыулыҡ, самолеттар өсөн двигателдәр, ҡорал етештерелде, хәрби кейем тегелде. Көнбайыш төбәктәрҙән ойошмалар һәм предприятиелар эвакуацияланды. Ир-егеттәрҙе фронтҡа оҙатып, ҡатындар, үҫмерҙәр һәм оло быуын станок артына баҫты.

Ҡәҙерле ветерандар һәм тыл хеҙмәтсәндәре, беҙ һеҙҙең алда мәңге бурыслыбыҙ. Яҡты киләсәгебеҙ, аяҙ күк, тыныслыҡ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп бөткөһөҙ. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, дан һәм мәҙхиә йырлайбыҙ һәм һеҙҙең алда баш эйәбеҙ.

Бөгөн дә ваҡыт беҙҙең алда ҡатмарлы бурыстар ҡуя. Еңеү көнө байрамын беҙ коронавирус инфекцияһының таралыуына ҡаршы тороу буйынса комплекс саралар үтәлеү шарттарында үткәрәбеҙ. Ветерандарҙың һаулығын һәм илдең именлеген һаҡлау маҡсатында тантаналы саралар үткәреү графигына үҙгәрештәр индерелде. Барлыҡ саралар ҡурсаланыу режимы тамамланғандан һуң ойоштороласаҡ.

Ихлас күңелдән оло байрам - 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы менән ҡотлайым. 
Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек һәм ҡалабыҙ, республикабыҙ, илебеҙ сәскә атыуына йүнәлтелгән эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем.


Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы                      Ө.М. Мостафин


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA