Өфөлөләр «Рәсәй флагтары. 9 Май» акцияһына ҡушылды

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл тулыу айҡанлы илдең төбәктәрендә «Рәсәй флагтары. 9 Май» акцияһы уҙғарыла.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл тулыу айҡанлы илдең төбәктәрендә «Рәсәй флагтары. 9 Май» акцияһы уҙғарыла.

Сара халыҡ берҙәмлеге хисен тәрбиәләү маҡсаты менән үтә.

Элекке йылдар флагтар ағымы ҡалалар урамдары буйлап барһа, быйыл флагтар йорттарға күсте.

Акцияға өфөлөләр ҙә ҡушылды. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларыбыҙҙың яҡты иҫтәлеген хөрмәт итеп, ҡала халҡы тәҙрәләрҙе һәм балкондарҙы Рәсәй флагы менән биҙәне. Илдең символикаһын Октябрь һәм Салауат Юлаев проспекты, Зәки Вәлиди, Ленин, Яңы күпер, Октябрь революцияһы, Революцион, Чернышевский, Цюрупы урамдарында күреп була. Флагтар шулай уҡ «Ағиҙел» ҡунаҡһанаһы һәм «Главпочтамт» административ бинаһында эленгән.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA