Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!

Ҡәҙерле өфөлөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары!

1 май байрамы беҙҙең өсөн дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек, яҡты өмөттәр, эш кешеһенә ҡарата оло хөрмәт менән һуғарылған көндәрҙең береһе.

Хеҙмәт төрлө ҡараш һәм быуын кешеләрен берләштерә. Тап эшһөйәрлек йәмғиәтте үҫтереү, ҡуйылған маҡсаттарға уңышлы ирешеүҙең нигеҙе булып тора. Ошо уңайҙан рәхмәт һүҙен хеҙмәт ветерандарына, оло быуын вәкилдәренә, баш ҡаланың һәм республиканың сәскә атыуына көсөн һәм тырышлығын йәлләмәгән эшсәндәргә еткерәм. 

Һәр кемдең дә хеҙмәте кәрәкле тип табылып юғары баһаларға эйә булһын. Сөнки төп байлығыбыҙ ул – кеше. Муниципалитет эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө мәсьәләләренең береһе – кеше мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү һәм Өфө ҡалаһын уңайлы, хәүефһеҙ һәм алдынғы булыуына тырышып эшләү. Ҡаланың әүҙем халҡы менән артабан да ҙур уңыштарға ирешеп, ҡаҙаныштар яулауыбыҙға ышанам.

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән! Һәммәгеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем!


Өфө ҡалаһы ҡала округы 
Хакимиәте башлығы                                                         Ө.М. Мостафин


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA