Орджоникидзе районы мәктәптәре һәм балалар баҡсалары башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙыуға берҙәм ҡушылды

Райондың бөтә мәктәптәре, балалар баҡсалары «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2020» акцияһына берҙәм ҡушылды. Илдәге һәм донъялағы эпидемиологик хәл арҡаһында, быйыл акция беренсе тапҡыр онлайн-форматта үтте.
Райондың бөтә мәктәптәре, балалар баҡсалары «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2020» акцияһына берҙәм ҡушылды. Илдәге һәм донъялағы эпидемиологик хәл арҡаһында, быйыл акция беренсе тапҡыр онлайн-форматта үтте. Йыл да диктант яҙыу акцияһында районыбыҙҙың уҡытыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәселәре, уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре актив ҡатнаша. Быйылғы диктант яҙыуҙа ҡатнашыусыларҙың һаны уҙған йылдыҡына ҡарағанда бигерәк тә күп. Акцияла ҡатнашыу өсөн 3 меңгә яҡын тҽлһөйәр тҽркәлгән. Иң актив ҡатнашыусы мәктәптәр рәтендә 48–се башҡорт лицейы, 65-се татар гимназияһы, 62-се лицей, 36-сы мәктәптәр булды. Ҡалған мәктәптәр ҙә ҡатнашыусыларҙың һанын уҙған йылға ҡарағанда бермә бер арттырҙы. Был инде башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙың, үҙ белем кимәлдәрен тикшереп ҡараусыларҙың һаны артыуының күрһәткесе булып тора. Акцияла һәр ҡатнашыусы диктантты үҙ аллы өйҙә яҙа алдылар. «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында һәм социаль селтәрҙәрендә диктаторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡынылар. Диктант тексы 3 вариантта булды: башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн, башҡорт телендә иркен аралашыусылар һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн. Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында диктанттың сайтында баҫтырылып сығасаҡ. Шулай итеп, быйылғы диктант яҙыу бик әүҙем үтте. Киләсәктә ҡатнашыусыларҙың һаны тағы ла артыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA