22 апрелдә муниципалитетта видеоконференц бәйләнеш форматында коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймау буйынса ҡабул ителгән саралар тикшерелде. Уның эшендә Өфө Хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары һәм структура бүлексәләре етәкселәре ҡатнашты.
Ултырышта «Йәйғор» санаторийындағы обсервация үҙәгенең эшмәкәрлеге, пандемия шарттарында ойошторолған хәйриә ярҙамдары һәм коронавирус инфекцияһына бәйле дөйөм хәл мәсьәләләре ҡаралды.
Өфөнөң социаль, иҡтисади һәм мәҙәни үҫеше фонды етәксеһе Ольга Панчихина билдәләүенсә, апрель башында ҡала Хакимиәте менән төҙөлгән коронавирусҡа ҡаршы хеҙмәттәшлек килешеүе ярҙамында күп мәсьәләләр еңел хәл ителә. Шул иҫәптән, күп балалы ғаиләләргә аҙыҡ-түлек тапшырыла, ҡаланың медицина учреждениелары йыуыу машиналары менән тәьмин ителде, дауаханалар һәм поликлиникалар өсөн респираторҙар һәм һаҡланыу костюмдары алынды, айырым категорияларға ингән балаларға ланч-бокстар таратыла. Эштәр бының менән генә сикләнеп ҡалмаясаҡ тигән фекер белдерҙе ул.
Ултырыш аҙағында ҡурсаланыу режимына ҡағылышлы указдың шарттарын тейешле үтәү маҡсаты әйтелеп үтте.