4-се һанлы инфекция дауаханаһы яңы компьютерҙар ҡабул итте

22 апрелдә 4-се һанлы инфекция дауаханаһына яңы компьютерҙар тапшырылды. Иҫәпләү техникаһы йәш эшҡыуарҙар аҡсаһына алынған.

 

22 апрелдә 4-се һанлы инфекция дауаханаһына яңы компьютерҙар тапшырылды. Иҫәпләү техникаһы йәш эшҡыуарҙар аҡсаһына алынған.

- Эшҡыуарҙар – ул иң әүҙем социаль төркөм. Хәйриә акцияларҙа йыш ҡына ҡатнашып торабыҙ. Мәҫәлән, ошо ауыр осорҙа медицина учреждениеларына ярҙам күрһәтәбеҙ, - тине республиканың йәш эшҡыуарҙар бизнес-клубының етәксеһе Евгений Буянов.

Әйтеп үтергә кәрәк, йәш эшҡыуарҙар ойошмаһы пандемия осоронда медицина хеҙмәткәрҙәренә әҙер аш-һыу, йоғошло сирҙән һаҡланыу өсөн бирсәткәләр һәм битлектәр менән тәьмин итә.

- Ниндәй ҙә булһа ярҙамды ихласлап ҡабул итәбеҙ. Беҙҙең бүлектәр «таҙа» һәм зарарлы зоналарға бүленгән, барыһында ла статистик анализдар, иҫәп эштәрен алып барыр кәрәк, шуның өсөн техника алыуыбыҙға шатбыҙ. Бындай еңел булмаған осорҙа беҙгә, медицина хеҙмәткәрҙәренә, төбәлғән йылы иғтибар итеүҙәре айырыуса ҡыуандыра, - тине 4-се һанлы инфекция дауаханаһының баш табип урынбаҫары Регина Ғәлиева.

Билдәләп үтәбеҙ, Өфө Хакимиәте ҡаланың 37 медицина учреждениелары өсөн 2 000 махсус кейем һәм респираторҙар тапшырҙы. Бынан тыш, бушлай аҙыҡ-түлек йыйылмаһы менән тәьмин итеү эштәре дауам итә.

Муниципалитет социаль яуаплы бизнес вәкилдәренә, ҡала предприятиеларына, ирекмәндәргә һәм ҡурсаланыу режимын үтәгән өфөлөләргә үҙ рәхмәтен белдерә һәм именлек, сәләмәтлек теләп ҡала.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA