Урындағы үҙидара көнө менән!

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Урындағы үҙидара көнө менән!

Хөрмәтле муниципаль хеҙмәткәрҙәре, депутаттар, урындағы үҙидара берекмәләре вәкилдәре! Ҡәҙерле муниципаль хеҙмәт ветерандары!

 

Ысын күңелдән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Урындағы үҙидара көнө менән ҡайнар ҡотлайым!

Илебеҙҙә урындағы үҙидара институтының тарихы 1785 йылдың 21 апрелендә Екатерина  II тарафынан «Ҡалаларға хоҡуҡ грамотаһына» ҡул ҡуйыуҙан башлана.

Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – граждандар менән асыҡтан-асыҡ әңгәмә ҡороп, файҙалы булыу һәм уларҙы муниципаль программаларҙа һәм проекттарҙа ҡатнашыуға йәлеп итеү. Бындай күренеш ышаныслы граждандар йәмғиәте үҫешеүенә булышлыҡ итә.

Муниципаль власы ҡарарҙары ҡала халҡының тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән Өфөнөң депутаттар корпусының ойошҡанлығы һәм профессионаллеге нигеҙендә уңышлы эшләп килә.

Айырым рәхмәт һүҙҙәрен күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәте менән урындаға власть органдарының файҙалы эшенә нигеҙ һалған  урындағы үҙидара органдары һәм муниципаль хеҙмәт ветерандарына еткерәм.

Быйыл коронавирус инфекцияһы таралыуы сәбәпле беҙ төҙөкләндереү эштәренең графигына төҙәтмәләр индерергә мәжбүр булдыҡ. Был эштәр мотлаҡ рәүештә тулыһынса башҡарыласаҡ.

Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм баш ҡала халҡы мәнфәғәтенә төбәлгән яңы ҡаҙаныштар теләйем!

 

Башҡортостан Республикаһы

Өфө ҡалаһы ҡала округы

Хакимиәте башлығы                                                                        Ө.М. Мостафин

 

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA