Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант онлайн уҙғарыласаҡ

Илдәге һәм донъялағы эпидемиологик хәл арҡаһында, 2020 йылда башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант беренсе тапҡыр онлайн-форматта 25 апрелдә уҙасаҡ.

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант онлайн уҙғарыласаҡ

Илдәге һәм донъялағы эпидемиологик хәл арҡаһында, 2020 йылда башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант беренсе тапҡыр онлайн-форматта 25 апрелдә уҙасаҡ.

Шулай итеп, 25 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙә (Өфө ваҡыты буйынса) Башҡортостан юлдаш телеканалында, «Бәйләнештә», Instagram социаль селтәрҙәрендә, YouTube видеохостингында тура трансляция башлана:

  • сәғәт 11-ҙән 12-се 25 минутҡа тиклем – башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;
  • 12-се 30 минуттан 12 тула 5 минутҡа тиклем — башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;
  • сәғәт 12-нән 1-се 20 минутҡа ҡәҙәр – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн.

Акцияла ҡатнашыу өсөн алдан акцияның сайтында теркәлергә кәрәк.

Диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге бар. Диктант тамамланғас, эштәрҙе фотоға төшөрөп, акцияның сайтында шәхси кабинет аша ебәрергә кәрәк. Бындай мөмкинлек юҡ икән, эштәрҙе 2020 йылдың 26 апреленә төнгө 12 тула 1 минутҡа тиклем bashkdiktant2020@mail.ru электрон почтаһына йәки Whatsapp мессенджерының +7 (927) 950-02-66 һандарына ебәрергә мөмкин.

Диктантты онлайн режимында яҙыу мөмкинлеге булмаған осраҡта, тура эфирҙың видеоһын рәсми сайтта 2020 йылдың 26 апреленә төнгө 12 тула 1 минутҡа тиклем (Өфө ваҡыты) ҡарарға була.

Бөтә ҡатнашыусыларға сайтта шәхси кабинеттарҙа йәки электрон почта аша диктантта ҡатнашыу тураһында электрон сертификаттар ебәрелә.

Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA