07.04.2020
951
Райондың бөтә урамдарында ла урам йыуыу машиналары эшләй – улар көслө һыу баҫымы менән юлдарҙы таҙарта, ә һуңынан щеткалар ярҙамында ҡыш дауамында йыйылған бысраҡтарҙы һепереп сығара. Тротуарҙар иһә саңды һәм бысраҡты таҙартыусы «Унимог» махсус техникаһы яуаплылығында. Күптән түгел Карл Маркс урамында тротуарҙарҙы йыуыу башҡарылған. «Вихрь» маркалы саң һурҙырғыс машиналар үҙ маршрутына ярашлы Цюрупа, Достоевский, Гоголь, Чернышевский, Красин, Коммунистик урамдарынан, шулай уҡ Затон һәм Нижегородка биҫтәләренән үтә. Чернышевский, Ғафури, Красин урамдарында ҡар таратыу эштәре башҡарыла. Шулай уҡ Ленин районының коммуналь хужалыҡтары Әхмәтов урамынан ботаҡтар сығарыу һәм Мостай Кәрим урамында ағастарҙы тигеҙләү менән мәшғүл. Үткән төндә Чернышевский, Вагонлы, Дзержинский һәм башҡа урамдарҙан үҙбушатҡыстар ярҙамында 84 кубометр сүп-сар һәм 40 кубометр ҡышҡы бысраҡ сығарып түгелгән. Өмөт, Осоусылар, Нехаев урамдарында юлдарҙы ремонтлау эштәре башҡарыла. Йәмәғәт транспорты туҡталыштарын дезинфекция саралары менән таҙартыу дауам итә.
Торлаҡ хужалығы тресы хеҙмәткәрҙәре лә күп фатирлы йорт биләмәләренән сүп-сарҙы йыйыу һәм сығарыу менән булыша. Коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау маҡсаты менән подъездар әүҙем рәүештә дезинфекциялана.