27.03.2020
1145
1 апрелдән социаль пенсиялар 6,1% арттырыла, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.
Ошо ваҡыттан хәрбиҙәрҙең инвалидлыҡ буйынса дәүләт пенсиялары, ҡараусыһын юғалтыу осрағы буйынса пенсиялар (һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә, тол ҡатындарына), Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарының һәм яугирҙәренең инвалидлыҡ буйынса пенсиялары, радиация йәки техноген һәләкәттәр һөҙөмтәһендә зыян күргән граждандарҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының ҡартлыҡ буйынса пенсиялары ла арттырыла.
Бынан тыш, күләме социаль пенсияларҙың артыуына бәйле башҡа түләүҙәр ҙә арта.
Шулай уҡ 1 апрелдән Рәсәй Федерацияһы Геройҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройҙарына, Дан ордены, I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнгән граждандарға өҫтәмә айлыҡ матди тәьминәт күләме индексацияланды.
«Республикала 98 500 пенсионер, шул иҫәптән социаль пенсия алған 92 600 пенсионер арттырылған пенсия ала башлай», — тине Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров.