«Башавтотранс» предприятиеһы коронавирус инфекцияның таралыуына юл ҡуймау маҡсатында санитар сараларын көсәйтте

Яңы коронавирус инфекцияһы пандемияһына бәйле һәм инфекцияның таралыуына юл ҡуймау маҡсатында, «Башавтотранс»  предприятиеһында профилактик саралар көсәйтелде.

Яңы коронавирус инфекцияһы пандемияһына бәйле һәм инфекцияның таралыуына юл ҡуймау маҡсатында, «Башавтотранс»  предприятиеһында профилактик саралар көсәйтелде.

1-се һанлы Өфө пассажир автотранспорт предприятиеһы етәксеһе Павел Аверьянов әйтеүенсә, автобус салондары көнөнә 2 мәртәбә дезинфекциялана.

-    Профилактик саларҙы беҙ автобустар гаражға ҡайтҡас һәм төш ваҡытында ойошторабыҙ. Тәртип буйынса автобустар көн һайын йыуыла, әммә  сирҙең таралыуына юл ҡуймау маҡсатында беҙ санитар сараларҙы көсәйттек, - тип билдәләп үтте ул.

 Көн һайын дезинфекция процедураһын предприятиеның 238 автобусы үтә. Бер салонды эшкәртер өсөн 5 литрҙан алып 10 литрға тиклем хлорлы иретмә китә. 

Ҡаланың электротранспорт һәм автобустарҙы дезинфекциялауҙан башҡа Өфөлә 20 марттан алып троллейбус туҡталыштар ҙа «Хлорамин Б» менән эшкәртәлә. 

-    Тәүҙә туҡталыш павильонын йыуалар, һуңынан дезинфекция үткәрәләр. Эш ҡабат павильонды йыуыу менән тамамлана, — тип белдерҙе ҡаланың муниципаль электротранспорт идаралығының  хеҙмәтте һаҡлау һәм сәнәғәт, экологик хәүефһеҙлек хеҙмәте етәксеһе Данир Борханов. 

Ҡаланың муниципаль электротранспорт идаралығы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, туҡталыштар көн һайын сәғәт 14.00 киске 17.00 тиклем апрель урталарына тиклем эшкәртеләсәк. Көнөнә яҡынса 20 туҡталыш павильонын дезинфекцияларға иҫәпләйҙәр.

Билдәләп үтәбеҙ, 18 марттан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн республикала юғары әҙерлек режимын индерҙе.

Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы бойороғо менән республикала коронавирус инфекцияһының инеү һәм таралыу хәүефен кәметеү буйынса саралар күрелде. Атап әйткәндә, республикала йәшәүселәргә вирустың таралыуы теркәлгән сит илдәргә һәм Рәсәй төбәктәренә, кеше күп йөрөгән урындарға бармаҫҡа, предприятие-ойошмалар етәкселәренә эш урындарында дезинфекция ойошторорға кәңәш ителде.

Коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса республика штабының «ҡыҙыу бәйләнеш» телефоны: +7 (347) 286-58-27, 8 (347) 279-91-20.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA