Өфө Хакимиәтендә коронавирус инфекцияһы буйынса консультатив ярҙам күрһәтеү буйынса колл-үҙәк эшен дауам итә

18 мартта Өфө Хакимиәтендә коронавирус инфекцияһын таратыу шарттарында тормош эшсәнлеген тәьмин итеү месьәләләре буйынса консультатив ярҙам күрһәтеү буйынса колл-үҙәк эшләй башланы.

18 мартта Өфө Хакимиәтендә коронавирус инфекцияһын таратыу шарттарында тормош эшсәнлеген тәьмин итеү месьәләләре буйынса консультатив ярҙам күрһәтеү буйынса колл-үҙәк эшләй башланы. «Ҡыҙыу бәйләнеш» телефоны: 8-800-250-56-04.        

Белгестәр халыҡҡа коронавирус инфекцияһы менән бәйле барлыҡ мәсьәләләр, шул иҫәптән халыҡты аҙыҡ-түлек һәм, беренсе сиратта, кәрәк тауарҙар менән тәьмин итеү, дөйөм белем биреү, мәктәпкәсә ойошмаларҙа, юғары уҡыу йорттарында һәм урта махсус уҡыу йорттарында уҡытыу процессын ойоштороу мәсьәләләре буйынса консультациялар бирә. Шулай уҡ колл-үҙәктә Рәсәйҙән ситкә сығыуҙы планлаштырған граждандарға йәки сит ил илдәрҙән килгән граждандарға консультатив ярҙам алырға мөмкин.

Шулай итеп, ике көн эсендә 143 мөрәжәғәт килде.

Иң йыш бирелә торған һорауҙарҙан һаулыҡ һаҡлау линияһы буйынса 45,5%, туризм буйынса 21,7%, уҡыу-уҡытыу буйынса 16,8% булды.

20 мартҡа регионда коронавирус инфекцияһы менән зарарланған кешеләр теркәлмәгән, эпидемиологик хәл тотороҡло.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 марттан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн республикала юғары әҙерлек режимын индерҙе.

Юғары әҙерлек режимы ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуыу хәүефе янаған осраҡта индерелә. Уның сиктәрендә штаб тәүлек әйләнәһенә эшләй, тирә-яҡ мөхит торошон контролдә тотоу көсәйтелә, республикаға килгән кешеләрҙә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләренең булыу-булмауы тикшерелә, ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуыуын иҫкәртеү буйынса оператив саралар күрелә.

Коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса Роспотребнадзорҙың Берҙәм консультация үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин: 8-800-555-49-43. Ул тәүлек әйләнәһенә эшләй, хеҙмәткәрҙәр COVID-19 тураһында төп һорауҙарға яуап бирә.

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының яңы коронавирус инфекцияһы менән бәйле һорауҙар буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» телефоны: 8 (347) 286-58-27, 8 (347) 279-91-20 (күп каналлы, тәүлек әйләнәһенә).


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA