Өфө электротранспортында санитар хәүефһеҙлек саралары ойошторола

Коронавирус инфекцияның таралыуына юл ҡуймау маҡсатында, Өфө электротранспортында профилактик саралар үткәрелә.

Коронавирус инфекцияның таралыуына юл ҡуймау маҡсатында, Өфө электротранспортында профилактик саралар үткәрелә.

Ҡаланың муниципаль электротранспорт идаралығының башҡарма директоры Александр Ежков билдәләүенсә, депоға ингән һәр вагон хлорамин менән дезинфекциялана.

- Зарарһыҙландырыу процессы 10 – 15 минут тәшкил итә. Иң беренсе сиратта тотҡостар, ишектәр, стеналар эшкәртелә. Һәр хеҙмәткәргә бирсәткәләр һәм респираторҙар таратылды, - тине ул.

Троллейбус һәм трамвай вагондарын санитар эшкәртеү – коронавирус таралыуына юл ҡуймаҫҡа йүнәлтелгән комплексы сараларҙың береһе булып тора. Бынан тыш, хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығы торошон тикшереү, эште дистанцион ысулға күсереү, сараларҙы сикләү ойошторола.

Иҫкәртәбеҙ, 18 марттан алып Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн республикала юғары әҙерлек режимын индерҙе.

Юғары әҙерлек режимы ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуыу хәүефе янаған осраҡта индерелә. Уның сиктәрендә штаб тәүлек әйләнәһенә эшләй, тирә-яҡ мөхит торошон контролдә тотоу көсәйтелә, республикаға килгән кешеләрҙә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләренең булыу-булмауы тикшерелә, ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуыуын иҫкәртеү буйынса оператив саралар күрелә.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA
スーパーコピー Posgrado de Psicología | UNAM ブランド時計コピー Hpss - Universidad de Murcia ブランド時計コピー 株式会社アローン ブランド時計コピー スーパーコピー ロレックス時計コピー ブランド時計コピー ウブロ時計コピー スーパーコピー スーパーコピー シャネルコピー