Боҙҙа ла ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ

Хәүефле осраҡтарҙы булдырмаҫ өсөн һыу ятҡылыҡтары боҙо өҫтөндә үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.

Боҙҙа ла ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ

Хәүефле осраҡтарҙы булдырмаҫ өсөн һыу ятҡылыҡтары боҙо өҫтөндә үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.

Боҙҙо ҡар ҡаплаған урындарҙа айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк, сөнки унда һыу яйыраҡ туңа. Быуаларҙа асыҡ боҙ ҡатламы 10 сантиметрҙан ашыу, ә ҡар аҫтында ни бары 3 сантиметр ғына булыуы ла мөмкин.

Ағым тиҙ булған, ҡыуаҡтар, үләндәр сығып торған, һыулыҡҡа ағып төшкән шишмәләр йәиһә йылғалар булған урындарҙа соҡорҙар, ҡар ирегән урындар барлыҡҡа килә, бында һыу йоҡа боҙ менән ҡаплана.

Боҙҙоң ҡалынлығы түбәндәге ауырлыҡҡа тура килгән осраҡта ғына ышаныслы була. Бер кешене күтәреү өсөн боҙ ҡалынлығы 7 сантимерҙан күберәк булырға тейеш. 12 сантимерҙан ашыу боҙ өҫтөнә йәйәүлеләр сығыу өсөн юл яһарға мөмкин. Еңел машинала йөрөү өсөн боҙҙоң ҡалынлығы 30 сантимерҙан булырға тейеш.

Шуға ҡарамаҫтан, һеҙгә боҙ өҫтөнә сығырға тура килеп, боҙ ватылһа, түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк: паникаға бирелмәгеҙ, ауыр әйберҙәрегеҙҙе ырғытығыҙ, йөҙөп тороғоҙ, ярҙамға саҡырығыҙ, киң ҡолас йәйеп боҙ ситенә тотоноғоҙ, көслө ағым булған осраҡта аяҡтарығыҙҙы бөкләгеҙ, һыу тулған аяҡ кейемегеҙҙе һалығыҙ, боҙҙо ватырға тырышмағыҙ, күкрәгегеҙ менән боҙ өҫтөнә ятығыҙ, аяҡтарығыҙҙы сиратлап боҙ өҫтөнә тартып алығыҙ. Башығыҙҙы һыу өҫтөндә тотоғоҙ, бер туҡтауһыҙ ярҙам саҡырығыҙ. Һай быуаларҙа һыу төбөнән этелеп китергә йәиһә боҙҙо ватып, ярға табан хәрәкәт итергә була.

Тәрән быуаларҙа, йә иһә боҙ ситенә таянырға, уға күкрәк менән ятырға, боҙға сиратлап аяҡты сығарырға, сыҡҡас, ярға үрмәләп йәиһә шыуышып барырға кәрәк. Боҙ өҫтөнә ятҡан килеш ҡалырға ла ярай.

 Ныҡлы булмаған боҙ ватылып, унда кешенең төшөп китеүенә шаһит булырға тура килһә, был хәл ярҙан алыҫта булмаһа, тәү сиратта уға үҙегеҙҙең ярҙамға килеүегеҙ тураһында хәбәр итергә кәрәк, был уға ҡыйыулыҡ өҫтәр, шунан уға бау, шарф, оҙон сыбыҡ йәиһә таҡта һуҙығыҙ.

Әгәр бер нимә лә булмаһа, зыян күреүсе янына шыуышып килеп, ҡулығыҙҙы бирегеҙ, кейеменән тотоп, һыуҙан тартып сығарырға кәрәк. Боҙ ватылған урынға бармағыҙ.

Боҙҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре:
- Зәңгәр йәиһә йәшел төҫтәге боҙ ғына ныҡ булып һанала. Йәйәүлеләр өсөн боҙҙоң ҡалынлығы 15 сантимер булырға тейеш. Боҙ өҫтөнән төркөм менән бармаҫҡа кәрәк, ара 5-6 сантимер булырға тейеш.
- Боҙға ҡараңғы ваҡытта һәм күҙ күреме насар булғанда баҫмаҫҡа тырышығыҙ.
- Ҡар ҡаплаған урындарҙа һаҡ булығыҙ, таяҡ менән тикшереп барырға кәрәк.
- Әгәр боҙ сатнаһа, ингән юлдан аяҡты шыуҙырып ҡына кире сығырға кәрәк.
- Балыҡ тотҡанда бер урынға күпләп ултырмаҫҡа, һаҡлағыс жилет кейергә һәм 15-20 метрлы бау алырға кәрәк.
- Боҙ аша спиртлы эсемлектәр эскән килеш сығырға ярамай.
- Боҙ аша автомобилдә үҙидара органдары ойошторған, рөхсәт ителгән урындарҙан ғына сығырға кәрәк.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA