11 мартта муниципалитетта сираттағы оператив кәңәшмә үтте. Уны Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов үткәрҙе.
Көн тәртибендәге мәсьәләләр буйынса фекер алышыр алдынан Салауат Хөсәйенов һауа температураһының тотороҡһоҙ булыуы тураһында әйтте һәм ҡала хеҙмәттәре алдында ҡарлы һәм боҙло урындарҙы сигнал таҫмалар менән билдәләү, иҫкәртеү плакаттар урынлаштырыу бурысын ҡуйҙы. Бынан тыш, ул коллегаларҙың иғтибарын боҙлауыҡҡа ҡаршы эшкә йүнәлтте. Урам, ихата, социаль объекттарға инеү участкалары хеүефһеҙ булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Оператив кәңәшмә сиктәрендә Салауат Хөсәйенов даими рәүештә таҙалыҡ көндәре үтеүен, үткән аҙнала Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбенең яңы бинаһы һәм Николай Валуев исемендәге бокс буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе асылыуы тураһында һөйләне.
Кәңәшмә дауамында бер нисә актуаль мәсьәлә ҡаралды. Атап әйткәндә, Киров районы биләмәһендә яҙғы ташҡын осорона әҙерлек эштәре һәм түләү квитанцияларында «йылытыу» хеҙмәте буйынса тикшереүҙән һуң үҙгәрештәргә ҡағылышлы мәғлүмәт еткерелде. Бынан тыш, 2019-2020 йылдарҙа йылылыҡ буйынса коммуналь хеҙмәтенең түләү тәртибе һәм 2019 йылдағы үҙгәрештәр тураһында хәбәр иттелде. Шулай уҡ «Инцидент-менеджмент» системаһында Өфө ҡалаһы халҡының мөрәжәғәттәренә аналитика яһалды.
Оператив кәңәшмә аҙағында Салауат Хөсәйенов кәңәшмә барышында яңғыраған мәсьәләләргә контролде көсәйтеү кәрәклеге тураһында билдәләп үтте.