Өфөлә Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбенең яңы бинаһы асылды

3 мартта Өфөлә Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбенең яңы бинаһын асыу тантанаһы үтте. Ул Ленин районының Затон биҫтәһендәге Чкалов һәм Союз урамдары киҫешкән ерҙә урынлашҡан.

3 мартта Өфөлә Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбенең яңы бинаһын асыу тантанаһы үтте. Ул Ленин районының Затон биҫтәһендәге Чкалов һәм Союз урамдары киҫешкән ерҙә урынлашҡан.

Асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.

- Беҙ матур, иркен бинаны асыу байрамында йыйылғанбыҙ. Бөгөнгө көндән башлап уҡыу ике корпуста барасаҡ. Мин балаларыбыҙ ҙур теләк менән шөғөлләнеүҙәренә һәм артабан Өфөнө, республикабыҙҙы данлап күп еңеүҙәр яулауҙарына ышанам. Һәм форсат менән файҙаланып, объектты төҙөгән төҙөүселәргә рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм, - тип биләдәләп үтте Өлфәт Мостафин үҙенең сәләмләүендә.

Тантана сиктәрендә Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин музыка мәктәбенең директорына Әхиәт Ғәйетбаевҡа музыка ҡоролмаларын алыуға сертификат бүләк итте. Артабан сара мәктәптең уҡыусылары – төрлө конкурстар лауреаттары, ҡатнашлығында концерт менән дауам итте. Сәхнәлә «Тамъян» һәм «Урал-тау» башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары ансамблдәре, «Резонанс» ансамбле, баянистар дуэты, «Сударушки» уҡытыусылар вокал ансамбле һәм башҡалар сығыш яһаны.

9-сы балалар музыка мәктәбе йәш өфөлөләрҙе башҡарыу оҫталығының нигеҙҙәренә һәм музыка сәнғәтенә 1966 йылдан алып өйрәтә. Элек ул Пожарский урамында урынлашҡан булған, һуңынан уҡыу йорто 2016 йылдың Әхмәтов урамындағы йортҡа күсерелә.

Әлеге мәлдә музыка мәктәбендә 300 яҡын уҡыусы 16 белем биреү программаһы буйынса уҡый. Балалар менән 40 уҡытыусы эшләй. Мәктәптә өс хор, халыҡ инструменттары оркестры эшләп килә, скрипка класы үҫешә. 

3 ҡатлы яңы бинаның майҙаны 1 500 метрҙан ашыу. Бында 17 индивидуаль һәм төркөм дәрестәре үткәрер өсөн заманса йыһазландырылған кабинеттар, концерт залы бар.
 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA