Өфө Хакимиәтендә оператив кәңәшмә булып уҙҙы

3 мартта муниципалитетта сираттағы аҙналыҡ оператив кәңәшмә булып уҙҙы. Уны Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин үткәрҙе.

3 мартта муниципалитетта сираттағы аҙналыҡ оператив кәңәшмә булып уҙҙы. Уны Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин үткәрҙе.

Көн тәртибендәге мәсьәләләр буйынса фекер алышыр алдынан Өлфәт Мостафин коллегаларына кадрҙар үҙгәрештәре тураһында мәғлүмәт бирҙе. Шулай итеп, «Өфө Газпром газ таратыу» филиалының яңы директоры вызифаһына Илфир Мөлөков билдәләнде. Ул оҙаҡ йылдар газ менән тәьмин итеү системаһында хеҙмәт иткән. Әлеге көнгә тиклем Кенәз ауылындағы Үҙәк филиалдың баш инженеры булып эшләгән. Түбәндәге өлкәлә ҙур эш тәжрибәһе бар.

Һуңынан, Өлфәт Мостафин коллегаларҙың иғтибарын ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыуға, биналарҙы ҡыйыҡтарын, өй баштарын, тротуарҙарҙы һәм йәйәүлеләр зоналарын таҙартыуға ҡағылышлы мәсьәләләргә йүнәлтте, ҡала райондары хакимиәттәре башлыҡтарына һәм Өфө Хакимиәтенең структур бүлексәләре етәкселәренә был мәсьәләене даими контролдә тоторға ҡушты.

Һуңынан оператив кәңәшмә сиктәрендә бер нисә актуаль мәсьәлә ҡаралды. Айырым алғанда, иҡтисад, сәнәғәт һәм ҡулланыусылар баҙары өлкәһендә 2019 йылғы эшмәкәрлек һөҙөмтәләре һәм 2020 йылға бурыстар тураһында Өфө Хакимиәте башлығы урынбаҫары Николай Фадеев һөйләне.

Яҙғы ташҡын ваҡытында ҡала халҡын һәм биләмәһен һаҡлау буйынса күрелә торған саралар тураһында Ҡала граждандар һаҡлау идараһы башлығы Рафаэль Әхмәтов еткерҙе.

2019 йылда Өфө инженер селтәрҙәре тарафынан ебәрелгән йылылыҡ энергияһы өсөн түләүгә төҙәтмәләр индереү тураһында «Өфө инженерлыҡ селтәрҙәре» башҡарма директоры Максим Петров хәбәр итте.

Өфө Хакимиәтенең коммуналь хужалығы һәм төҙөкләндереү идараһы етәксеһе Рөстәм Хәмитов юл ҡатламын ремонтлау буйынса эштәрҙе башлау тураһында хәбәр итте.

Кәңәшмә аҙағында Өлфәт Мостафин ҡатнашыусыларҙың иғтибарын ҡалала соҡорҙарҙы ремонтлау эштәрен контролдә тотоуҙы көсәйтергә, шулай уҡ ҡала биләмәләрендә санитар таҙартыу эштәрен ойошоторорға кәрәклегенә йүнәлтте.

– Төҙөкләндереү айлығында, шул иҫәптән «санитар йомала» ла, Өфөнөң коммуналь, торлаҡ хеҙмәттәре, кәсепхана һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәренән тыш, ҡала һәм район хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре лә актив ҡатнашырға тейеш, - тип йөкләне Өлфәт Мостафин.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA