Өфөлә хәстәрлек һәм ҡурсалау буйынса вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыу өлкәһендәге төп мәсьәләләр тикшерелде

27 февралдә Торатау- конгресс-холлында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының коллегия ултырышы үтте. Унда министрлыҡтың 2019 йылға йомғаҡтар барланды һәм яҡын киләсәккә өҫтөнлөклө бурыстар билдәләнде.

27 февралдә Торатау- конгресс-холлында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының коллегия ултырышы үтте. Унда министрлыҡтың 2019 йылға йомғаҡтар барланды һәм яҡын киләсәккә өҫтөнлөклө бурыстар билдәләнде.

Ултырышта Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социальяҡлау министры Ленара Иванова, Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова һәм башҡалар ҡатнашты.

Сара сиктәрендә Алина Сөләймәнова хәстәрлек һәм ҡурсалау буйынса вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыу өлкәһендәге төп мәсьәләләрҙе яҡтыртты.

Бөгөнгө көндә Өфөлә яҡынса 250 мең бала йәшәй. Хәстәрлек органдарында етем категорияһынан 1 972 бала иҫәпләнә. Иҫәптә торғандарының 88 %  ғаиләләргә урынлаштырылған.

Үҙ сығышында Алина Сөләймәнова хәстәрлек идаралағының төп эшмәкәрлеге балаларҙы ғаиләләләргә урынлаштырыуға йүнәлтелгән тип билдәләп үтте һәм етем балалар хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә эш, уларға ялды ойоштороу һәм интернаттан һуңғы күҙәтеү эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Бынан тыш, уллыҡҡа алған ғаиләләрҙе тикшереү, етем-балалар йәшәгән торлаҡ биналарҙы ремонтлау һәм башҡа хәстәрлек һәм ҡурсалау өлкәһендәге атҡарылып килгән эшмәкәрлек тураһында һөйләне.

Коллегия ултырышы бүләкләү тантанаһы менән тамамланды.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA