Өфөлә «Сәләмәт ғаилә – сәләмәт Рәсәй» спорт фестивале үтәсәк

29 февралдә «Башҡортостан» лайфстайл үҙәге алдындағы майҙансыҡта «Сәләмәт ғаилә – сәләмәт Рәсәй» спорт фестивале үтәсәк.

Өфөлә «Сәләмәт ғаилә – сәләмәт Рәсәй» спорт фестивале үтәсәк

29 февралдә «Башҡортостан» лайфстайл үҙәге алдындағы майҙансыҡта «Сәләмәт ғаилә – сәләмәт Рәсәй» спорт фестивале үтәсәк.

Сараның маҡсаты – милләт-ара берҙәмлекте, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һәм спортты популярлаштырыу, сәләмәт тормошто алып барыуға булышлыҡ итеү һәм ғаилә институтын нығытыу.

Фестивалдә һәүәҫкәрҙәр һәм профессионалдар араһында волейбол һәм шахмат буйынса турнир уҙасаҡ. Өлкәндәр һәм балалар өсөн уйындар, бүләктәр уйнатыу һәм күңел асыу сараларын үткәреү планлаштырылған.

Ойоштороусылар быйылғы спорт уйындарына «Ғаилә старттары» ярышын өҫтәгәндәр. Уның сиктәрендә атай, әсәй һәм 7-нән 14 йәшкә тиклемге 2 бала командаһына гер күтәреү, арҡан тартыу, уҡтан атыу, тиҙ йөрөшлө шахмат һәм башҡа һынауҙарҙы үтергә тура киләсәк.

Сараны Өфө ҡалаһы Хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының диниә назараты ярҙамында «Ферзь» эшлекле клубы» йәмәғәт ойошмаһы, Халыҡ-ара ислам бизнесы ассоциацияһы һәм «Сәләм» хәйриә фонды үткәрә.

«Ғаилә старттары»нда ҡатнашыу өсөн ғаризалар 8 927 957 16 57 телефоны буйынса ҡабул ителә. Сара көндөҙгө сәғәт 11-ҙә башлана.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA