Радий Хәбиров М5 юлындағы оло аварияға осраусыларға ярҙам итергә тырышҡан «ашығыс ярҙам» табибын бүләкләргә ҡушты

Кисә, 24 февралдә, буран сығыуы һәм боҙлауыҡ булыуы сәбәпле, Өфө эргәһендә унлаған машина бәрелешкән. Улар эргәһенән «ашығыс ярҙам» машинаһы үтеп барған һәм туҡтаған. Фельдшер һәр бер автомобилдең янына килеп, берәйһенә ярҙам кәрәкмәйме тип һораша башлаған.
Радий Хәбиров М5 юлындағы оло аварияға осраусыларға ярҙам итергә тырышҡан «ашығыс ярҙам» табибын бүләкләргә ҡушты
БР Хөкүмәтендәге бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров был осраҡты телгә алды һәм һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелинға медикты табып, бүләкләргә ҡушты. Кеше бәлә-ҡазаһына битараф булмаған медиктың исеме - Рәзидә Әбдиева. Ул Дим "ашығыс ярҙам" подстанцияһында эшләй, кисә ире - "ашығыс ярҙам" машинаһы водителе Дамир Әбдиев менән сираттағы саҡырыуҙан ҡайтып барған булған. - Көслө буран ине, юлды ҡар ҡаплаған, ҡар аҫтында - боҙ. Аварияға яҡын урында юл тығыны ине, шулай ҙа водителдәр беҙҙе үткәрергә тырышты. Яҡыныраҡ килгәс, барыһы ла ныҡ етди икәнен аңғарҙыҡ, - тип һөйләр Рәзидә Шамил ҡыҙы. - Мин тәүҙә бер машинаға йүгерҙем, унан һуң икенсеһенә. Шулайтып һәр береһен урап сыҡтым. Бәхеткә күрә йәрәхәтләнеүселәр булманы, тик бына балалар ҡурҡҡан ине. Рәзидә Әбдиеваның эш сажы ла ҙур, 31 йыл тәшкил итә. Ире - Дамир Хәсән улы (ул 20 йылдан ашыу "ашығыс ярҙам" машинаһын йөрөтә) 2016 йылдан бирле Республика ашығыс медицина ярҙамы һәм фажиғәләр медицинаһы үҙәгенең Дим подстанцияһында эшләй. Фельдшер үҙенең герой булып киткәнен ишетеп, ныҡ аптыраған. "Кешеләрҙе ҡотҡарыу - ул беҙҙең эш! Мин инструкция буйынса эшләнем, быны медицина белемле һәр кеше эшләргә бурыслы. Мин үҙемде мин бер ниндәй ҙә герой итеп тоймайым", - ти үҙе тураһында Рәзидә Шамил ҡыҙы.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA