Соҡорҙарҙы ямау – юл хәрәкәте именлеген тәьмин итеү өсөн ваҡытлыса сара

Өфө урамдарында ҡойоп яһалған асфальт-бетон ҡатнашмаһы менән соҡорҙарҙы ямау дауам итә.

Өфө урамдарында ҡойоп яһалған асфальт-бетон ҡатнашмаһы менән соҡорҙарҙы ямау дауам итә. Технология минус 5-тән алып плюс 8 градусҡа тиклем температурала ҡойоп эшләнгән асфальтты йәйергә рөхсәт итә. Был асфальт битумдың күплеге һәм ҡар һыуҙарына ныҡлығы менән айырылып тора.

- Ҡойоп эшләнгән асфальт ҡатнашмаһын йәйер алдынан беҙ юлдағы ҡар һыуҙарынан ҡотолабыҙ, һуғынан эш урынын кәртәләйбеҙ һәм юл билдәләрен ҡуябыҙ. Шунан һуң зарарланған участокты киҫеп алабыҙ һәм  горелка менән ерҙәге һыуҙы парға әйләндерәбеҙ, - тип һөйләне баш ҡаланың Киров районын төҙөкләндереү учреждениеһы директоры Рөстәм Сәмиғуллин.

Шулай итеп, үткән көндәрҙә Революцион, Пугачев, Дағыстан, СССРҙың 50 йыллығы, Менделеев, Новоженов, Энтузиасттар урамдарында, Шумавцов юлүткәргесендә, Шаҡша ҡасабаһында Өфө йылғаһы аша һалынған күперҙә һәм башҡа участоктарҙа соҡорҙар ремонтланды. Юл хәрәкәте ҡыйынлыҡтарын кәметеү өсөн, эштәр төнгө ваҡытта ла дауам итәсәк.

Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, соҡорҙарҙы ямау – ул, беренсенән, юл хәрәкәте именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән сара. Һуңынан һауа торошо тотороҡло плюс температураһын билдәләгәндә (плюс 10 градус һәм юғарыраҡ) участоктарҙа ваҡ төйөрлө асфальт менән ремонт эштәре башҡарыласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө ҡалаһы Хакимиәтенең рәсми сайтында соҡорҙарҙы ямау буйынса интерактив карта эшләй. Унда ҡала халҡы үҙ заявкаларын ҡалдыра ала.     


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA