Радий Хәбиров Еңеү паркында Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды

23 февралдә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге Еңеү паркында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантанала ҡатнашты.

23 февралдә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге Еңеү паркында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантанала ҡатнашты.

Республиканың күп милләтле халҡы исеменән ул Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәле янындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды.
Тантанала Рәсәй Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, республика Хөкүмәте ағзалары, Өфө хакимиәте етәкселеге, һалдаттар һәм офицерҙар ҡатнашты.

Тантанала ҡатнашыусылар һәләк булған батырҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. 

Радий Хәбиров шулай уҡ Ишембай районы яугирҙәренә арналған стелаға сәскәләр һалды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA