Өфөлә Ҡышты оҙатыу байрамдары үтәсәк

Быйыл майлы ҡоймаҡ аҙнаһы 24 февралдә башлана. Баш ҡаланың барлыҡ райондарында 29 февралдән 1 мартҡа тиклем төрлө саралар уҙғарыла. 

Өфөлә Ҡышты оҙатыу байрамдары үтәсәк

Быйыл майлы ҡоймаҡ аҙнаһы 24 февралдә башлана. Баш ҡаланың барлыҡ райондарында 29 февралдән 1 мартҡа тиклем төрлө саралар уҙғарыла. 

29 февралдә Киров районында ҡышты оҙатыу Һынаусылар урамының 21-се йорт ихатаһында иртәнге 11-ҙә башлана. «Аэропорт» ҡасабаһында — көндөҙгө 3-тә.

Дим районында яҙ килеүен мәҙәниәт һәм ял паркында байрам итергә мөмкин. Сара көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

Октябрь районында байрам сәғәт 12-лә «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында, Нуғай мәҙәниәт йортонда ойошторола.

Ленин районында ҡышты оҙатыу «Нижегородец» стадионында һәм «Тулҡын» скверында үткәрелә. Шулай уҡ көндөҙгө 12-лә.

Калинин районында ҡарасҡыны «Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда яндыралар. Сәғәт 1-ҙә башлана.

1 мартта байрам Иван Яҡутов исемендәге паркта, С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда, «Ҡояшлы» пляжы биләмәһендә (3-тә), «Ультра» сауҙа-күңел асыу комплексында (1-ҙә) дауам итә.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA